

Һамар ауыл мәктәбенең спорт залын капиталь ремонтлау эше тулы темпта бара. Бөгөнгө көндә төҙөүселәр биҙәү эштәрен тамамлаған, иҙәнде алмаштырыу эше бара.
Капиталь ремонт эштәренең дөйөм суммаһы 2,3 млн. һум тәшкил итә. Подрядчигы—“Строй-основа” йәмғиәте (Аҡъяр ауылы).
Ошо эштәргә “Һәр баланың уңышы” проекты сиктәрендә, федераль бюджеттан 811 мең һум бүленгән. Муниципаль район хакимиәте тарафынан 1,5 млн. һум бүленгән.
Төҙөүселәр капиталь ремонтты яңы уҡы йылы башланғанға тиклем тамамларға планлаштыралар.