МӘҒАРИФ
17 Июль 2021, 03:39

Һамар мәктәбендә ремонт эштәре дауам итә

*

Һамар мәктәбендә ремонт эштәре дауам итәҺамар мәктәбендә ремонт эштәре дауам итә
Һамар мәктәбендә ремонт эштәре дауам итә

Һамар ауылы мәктәбендә спорт залын капиталь ремонтлау буйынса эштәр дауам итә. Бының өсөн 2,3 млн һум йүнәлтелгән, шул иҫәптән Хәйбулла районы хакимиәтенән 1,5 млн һум бүленде. Шулай уҡ “Мәғариф” милли проектының “Һәр баланың уңышы” федераль проектына ярашлы, федераль бюджеттан 811 мең һум бүленгән.

 

Ил Президенты Владимир Путиндың май указдарында билдәләнгән “Мәғариф” милли проекты йәш быуынға сифатлы белем һәм лайыҡлы тәрбиә биреү буйынса бихисап яңы башланғыстарға мөмкинлек тыуҙырҙы. Шул иҫәптән “Һәр баланың уңышы” тип аталған федераль проект та уҡыусыларҙың һәләттәрен үҫтереүгә юл аса.

 

#ВладимирПутин
#национальныепроекты#нацпроекты
#региональныепроекты#регпроекты#нацпроектыБашкортостан

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас