

Йылайыр районының Үрге Ғәле ауылында үгеҙ 68 йәшлек хужаһына һөжүм иткән. Алынған йәрәхәттәр һөҙөмтәһендә ир урында вафат булған. Был турала “Башинформ” агентлығы хәбәр итә.
Үрге Ғәле ауыл советы хакимиәтендә хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға үткән аҙнала булған. Пенсионер кискеһен ике йәшлек үгеҙен кәртәгә ҡыуып индерергә маташа. Әммә был мәлдә хайуан көтмәгәндә хужаһына һөжүм итә, ир бер нимә лә эшләп өлгөрмәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, алған йәрәхәттәре бик ауыр була, хужа аңына килмәйенсә вафат була.
фото: Динар Калимуллин