ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
29 Сентября , 16:35

Сибайҙа 17 йәшлек ҡыҙҙы үлтерергә маташҡандар

Янғынды һүндергәндә 19 йәшлек егеттең үле кәүҙәһе табыла...

Сибайҙа 17 йәшлек ҡыҙҙы үлтерергә маташҡандарСибайҙа 17 йәшлек ҡыҙҙы үлтерергә маташҡандар
Сибайҙа 17 йәшлек ҡыҙҙы үлтерергә маташҡандар

Сибайҙа 17 йәшлек ҡыҙҙы үлтерергә маташыу тураһында енәйәт эше ҡуҙғатылған. Рәсәйҙең БР буйынса Тәфтиш комиетты РФ Енәйәт кодексының 30-сы статьяһының 3-сө өлөшө, 105-се статьяһының 1-се өлөшө буйынса енәйәт эше ҡуҙғатты.

Тикшереү мәғлүмәттәре буйынса, 28 сентябрҙә кис Сибайҙағы фатирҙа янғын сыҡҡан. Бысаҡ менән яраланған 17 йәшлек ҡыҙ фатирҙан үҙ аллы сыға алған. Янғынды һүндергәндә 19 йәшлек егеттең үле кәүҙәһе табыла.

Ҡыҙ дауаханаға оҙатыла. Тәфтишселәр һәм криминалистар полиция менән берлектә хәлде асыҡлай,  суд экспертизалары комплексы тәғәйенләнә.

 

ФОТО: КСЕНИЯ КАЛИНИНА | АРХИВ ИА «БАШИНФОРМ»

Автор:Раян Атанбаев