ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
29 Сентября , 16:21

Мәктәп автобусы менән еңел автомобиль төкөшкән

Ҡыҙғанысҡа күрә, водитель һәм 17 йәшлек пассажир һәләк булған...

Мәктәп автобусы менән еңел автомобиль төкөшкәнМәктәп автобусы менән еңел автомобиль төкөшкән
Мәктәп автобусы менән еңел автомобиль төкөшкән

Бөгөн Өфө - Шишмә - Ҡырғыҙ-Миәкә автомобиль юлының 14-се саҡрымында авария теркәлгән. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ВАЗ-2112 руле артындағы ир, Шишмә ҡасабаһы яғынан Өфө йүнәлешендә хәрәкәт иткәндә, ҡаршы килгән мәктәп автобусы менән бәрелешкән.

Фажиғә һөҙөмтәһендә еңел машинаның водителе һәм 17 йәшлек пассажиры ваҡиға урынында һәләк була, автобус механик зыян күрә.

Мәктәп автобусының Осоргино ауылына табан хәрәкәт итеүе алдан билдәле. Салонда 22 уҡыусы һәм 1 өлкән оҙатыусы була, уларҙың береһе лә зыян күрмәй.

фото:Башҡортостан прокуратураһы

Мәктәп автобусы менән еңел автомобиль төкөшкән
Мәктәп автобусы менән еңел автомобиль төкөшкән
Автор:Раян Атанбаев