

Быйыл июнь айында иҫерек ир «Лада Приора» менән идара иткәндә, тиҙлекте арттырып, 21 йәшлек йәйәүлене бәрҙергән. Бының тураһында Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итте.
Аварияла йәш егет һәләк була, ә ғәйепләнеүсе ваҡиға урынын ташлап ҡаса. Енәйәт эше Йылайыр район-ара судына ебәрелгән.