

Эҫе һауа торошо урынлашыу менән бәйле һуңғы көндәрҙә ландшафт һәм урман янғындары һаны артыуы теркәлә. Бөгөн Хәйбулла урмансылығында 48,4 гектар майҙанда янғын һүндерелде. Утты һүндереүҙә 48 кеше һәм 14 берәмек техника ҡатнашҡан. Тораҡ пункттарға һәм иҡтисади объекттарына зыян килмәне, тип хәбәр итәләрә Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан.
2026 йыл башынан алып дөйөм 219 гектарҙан ашыу майҙанда 29 урман янғыны сығанағы һәм дөйөм 1980 гектарҙан ашыу майҙанда 279 ҡоро үҫентеләр яныуы барлыҡҡа килгән.
Ҡоро һауа торошо һәм ел булғанда, хатта бәләкәй генә ут сығанағы ла бер нисә минут эсендә ҙур янғынға әйләнергә мөмкин. Ялҡын тиҙ арала ағастарға, үләнгә күсә, үҙ юлындағы бөтә нәмәне юҡҡа сығара, тип иҫкәрттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.


Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу етди эҙемтәләргә килтереүе мөмкин! Янғынды һүндереүгә ҡарағанда уны иҫкәртеү еңелерәк. Һеҙҙең һаҡ булыуығыҙ урманды, йортто һәм кешеләр ғүмерен ҡотҡарырға мөмкин.
☎ Ут сығанағын күрһәгеҙ, кисекмәҫтән 112 номерына ҡотҡарыу хеҙмәтенә хәбәр итегеҙ.