ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
6 Сентября , 06:13

Урманда юғалған 7 йәшлек малайҙы таңға ҡарай тапҡандар

   

Урманда юғалған 7 йәшлек малайҙы таңға ҡарай тапҡандарУрманда юғалған 7 йәшлек малайҙы таңға ҡарай тапҡандар
Урманда юғалған 7 йәшлек малайҙы таңға ҡарай тапҡандар

Кисә кис Бәләбәй районының Илкин ауылы янында урманда 7 йәшлек бала юғалған.

Эҙләүҙәргә Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы, Эске эштәр министрлығы көстәре, «ЛизаАлерт» ирекмәндәре, ҡотҡарыусылар, кинологтар, урындағы халыҡ, һунарсылар һәм башҡа белгестәр йәлеп ителә. Эҙләүҙә бөтәһе 122 кеше һәм 18 берәмек техника, шул иҫәптән эттәр менән 3 кинолог ҡатнаша.  

Урман массивын тикшереү өсөн квадроциклдар, тепловизорҙар, кинологтар һәм тепловизия ҡорамалдары менән пилотһыҙ осоу аппараты ҡулланыла.

Бөгөн, 6 сентябрҙә, 04:00 сәғәттә бала юғалған урындан бер саҡрым алыҫлыҡта урман массивында табылған. Ул медицина ярҙамына мохтаж түгел һәм ата-әсәһенә тапшырылған.
Эҙләү-ҡотҡарыу эштәре тамамланған.

 

 

 

фото:МЧС РБ

Урманда юғалған 7 йәшлек малайҙы таңға ҡарай тапҡандар
Урманда юғалған 7 йәшлек малайҙы таңға ҡарай тапҡандар
Урманда юғалған 7 йәшлек малайҙы таңға ҡарай тапҡандар
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас