

Шәмбе киске сәғәт һигеҙҙәр тирәһендә Өфө-Инйәр-Белорет трассаһының 209-сы километрында юл фажиғәһе теркәлгән, тип хәбәр итә Башҡортостандың дәүләт автоинсекцияһы.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, «Лада Приора» автомобиленең 47 йәшлек водителе Белорет яғына хәрәкәт иткәндә 36 йәшлек водитель идара иткән «Форд Фокус» автомобиле менән төкөшкән.
Авария һөҙөмтәһендә ике водитель ашығыс медицина ярҙамы килгәнгә тиклем урында уҡ һәләк була.
ГАИ хеҙмәткәрҙәре юл-транспорт ваҡиғаһының бөтә сәбәптәрен асыҡлай.