ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Сентября , 03:40

9 айлыҡ сабый һәләк булған

Әсәһенең күҙәтеүенән бер аҙға ғына яңғыҙ ҡалып...

9 айлыҡ сабый һәләк булған9 айлыҡ сабый һәләк булған
9 айлыҡ сабый һәләк булған

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Өфөләге фатирҙарҙың береһендә бәләкәй бала һыу инеү ваҡытында, әсәһенең күҙәтеүенән бер аҙға ғына яңғыҙ ҡалып, ванна бүлмәһендә батып үлгән.

Рәсәй Тәфтиш комитетының Башҡортостан буйынса идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, малайҙың үлеме  буйынса процессуаль тикшереү үткәрелә.

«Ваҡиға урынында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, ваҡиға урынын ҡарау үткәрелә, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана, суд-медицина экспертизаһы тәғәйенләнгән», — тип хәбәр иттеләр ведомствонан.

 

ФОТО: КСЕНИЯ КАЛИНИНА | ИА «БАШИНФОРМ»

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас