ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
2 Сентября , 06:17

Мәктәптә аяныслы хәл теркәлде

   

Мәктәптә аяныслы хәл теркәлдеМәктәптә аяныслы хәл теркәлде
Мәктәптә аяныслы хәл теркәлде

Кушнаренко гимназияһында дәрес ваҡытында уҡыусылар араһында низағ сыҡҡан. Уҡыусыларҙың береһе тиҫтеренә бысаҡ менән сәнскән.

Башҡортостан Хөкүмәте рәйесенең беренсе урынбаҫары Урал Килсенбаев үҙенең социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итеүенсә, зыян күргән үҫмер урта ауырлыҡтағы хәлдә үҙәк район дауаханаһында ята. Уның ғүмеренә хәүеф янамай, табиптар уға кәрәкле бөтә ярҙамды ла күрһәтә.

БР буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте мәғлүмәттәре буйынса, икенсе үҫмерҙе ата-әсәләре менән бергә күрһәтмәләр алыу өсөн полиция бүлегенә алып килгәндәр. Тикшереү бара, уның һөҙөмтәләре буйынса процессуаль ҡарар ҡабул ителәсәк. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, был хәлдең сәбәбе — шәхси аңлашылмаусанлыҡтар.

Ваҡиға урынына республиканың Мәғариф министрлығының көрсөккә ҡаршы бригадаһы тиҙ арала сығып киткән. Хәл контролдә тотола.

 

 

фото:Олег Яровиков (Башинформ)

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас