

Ейәнсура районының Иҙелбәк ауылында мотоциклға идара иткән 55 йәшлек ир, автобус туҡталышы бинаһына бәрелеп, һәләк булған.
Ваҡиға кисә киске сәғәт алты тирәһендә теркәлгән. Ир кеше “Джи Ти” мотоциклына идара иткән, шлемы ла, водитель таныҡлығы ла булмаған. Әле хәлдең шарттары тикшерелә.
Мотоцикл уйынсыҡ түгел, ә ҙур хәүеф сығанағы икәнен онотмағыҙ. Шлем кеймәйенсә уға ултырмағыҙ, документһыҙ йөрөмәгеҙ, тип иҫкәртәләр Юл хәүефһеҙлеге дәүләт идаралығынан.
Фото: "Зианчуринские зори".