

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң сәнәғәт объекттарына һәм торлаҡ кварталдарына пилотһыҙ осоу аппараттары һөжүмен кире ҡағыу тураһында һөйләне.
Агентлыҡ яҙғанса, бөгөн иртән һауа һөжүменә ҡаршы оборона көстәре алты пилотһыҙ осоу аппаратын юҡ иткән. Уларҙың береһе йүнәлешенән тайпылып, Затон биҫтәһендәге торлаҡ йортҡа эләккән. Урында экстрен хеҙмәттәр эшләй.
«Һиндостан егете, беҙҙең медицина университеты студенты яраланған. Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, ул ныҡ ҡурҡҡан. Шуға ҡарамаҫтан, барыһы ла һәйбәт булһын өсөн уның сәләмәтлеген тикшерәсәкбеҙ», — тип белдерҙе республика етәксеһе Башинформ журналисына.
Һаулыҡ һаҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, егет дауаханала ята, уға медицина ярҙамы күрһәтелә. Хәле ҡәнәғәтләнерлек, ғүмеренә хәүеф янамай.
Өфө хакимиәте башлығы Рөстәм Шәрипов Затон биҫтәһендә пилотһыҙ осоу аппараты төшкән урында. Йорттоң өҫкө ҡаттарында тәҙрәләр селпәрәмә килгән, хәҙер белгестәр бинаны тиҙерәк тергеҙеү өсөн эштәр күләмен баһалай. Баш ҡала етәксеһе әйтеүенсә, бер нисә фатир һәм автомобиль зыян күргән.
Бер дрон нефть эшкәртеү заводы биләмәһенә төшкән, янғын башланған. Республика етәксеһе әйтеүенсә, ут ремонтҡа туҡтаған ҡулайламала сыҡҡан.
«Һәр ваҡыттағыса, БПЛА төшкән осраҡта торбалар өҙөлә, аҙыраҡ зыян килгән. Бер нисә көн эсендә быларҙың барыһын да тергеҙерҙәр тип уйлайым. Беҙ нефть эшкәртеү үҙәген нығыттыҡ», — тип билдәләне Радий Хәбиров.
Автор:ГӨЛФИӘ АКУЛОВА