ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
19 Августа , 14:49

БПЛА һөжүменә дусар булған йортта йәшәүселәргә ярҙам итәләр

  

БПЛА һөжүменә дусар булған йортта йәшәүселәргә ярҙам итәләрБПЛА һөжүменә дусар булған йортта йәшәүселәргә ярҙам итәләр
БПЛА һөжүменә дусар булған йортта йәшәүселәргә ярҙам итәләр

Өфөлә БПЛА һөжүменә дусар булған йортта йәшәүселәр өсөн ваҡытлыса урынлашыу пункты ойошторолдо, тип хәбәр иттеләр мэриянан.

Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, бөгөн иртән һауаға ҡаршы оборона көстәре алты пилотһыҙ осоу аппаратын юҡ иткән. Уларҙың береһе Затон биҫтәһендәге торлаҡ йортҡа эләккән.

Өҫкө ҡаттағы тәҙрәләр ватылған – яҡынса 10 фатир зыян күргән, ҡалдыҡтар һәм ярсыҡтар парковкалағы машиналарға төшкән.

Бер кеше – БДМУ-ла уҡып йөрөгән сит ил студенты – яраланған, уға тейешле медицина ярҙамы күрһәтелә. Хәле ҡәнәғәтләнерлек, ғүмеренә хәүеф янамай.

Оператив штаб эшләй, ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса комиссия ултырышы, шулай уҡ һөжүмдән зыян күргән йорттарҙа йәшәүселәр менән кәңәшмә үткәрелде. Осрашыуҙан һуң Өфө хакимиәте башлығы вазифаһын башҡарыусы Рөстәм Шәрипов властарҙың артабан эш итеү тәртибен аңлатты.

Рөстәм Шәрипов һүҙҙәренсә, республика Башлығы Радий Хәбиров шунда уҡ төнгө һөжүм эҙемтәләрен бөтөрөүгә тотонорға ҡушты.

«Яҡын арала ошо эш менән шөғөлләнәсәкбеҙ», — тине ул.
ФОТО: МАТБУҒАТ ХЕҘМӘТЕ | ӨФӨ ХАКИМИӘТЕ
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас