ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Августа , 14:33

19 йәшлек егеттең кәүҙәһе табылған

Әлеге ваҡытта ваҡиғаның сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана

19 йәшлек егеттең кәүҙәһе табылған19 йәшлек егеттең кәүҙәһе табылған
19 йәшлек егеттең кәүҙәһе табылған

Ял көндәрендә һыу объекттарында бер нисә фажиғәле хәл булған.

Әбйәлил районының Ташбулат ауылы эргәһендәге Ҡарабалыҡты күлендә балыҡсылар 60 йәшлек ирҙе ярға сығара.

Бөрө районының Үрге Ласынтау һәм Түбәнге Ласынтау ауылдары араһында Ағиҙел йылғаһында һәләк булған 19 йәшлек егеттең кәүҙәһе табылған.

Йомағужа һыу һаҡлағысында һыу инеү өсөн йыһазландырылмаған урында шаһиттарҙың күҙ алдында 63 йәшлек ял итеүсе һәләк булған.

Бөтә осраҡтар буйынса хоҡуҡ һаҡлау органдары оператив-тикшереү саралары үткәрә, ваҡиғаның сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана.

Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идарлығы иҫкәртә:

Көндәр һалҡынайтты, һыу ҙа һыуыны. Һыу температураһы +15-тән түбән булғанда һыу инергә ярамай. Был көҙән йыйырыу менән генә түгел, ә ҡапыл һыуыҡтан шаңҡыу менән дә бәйле. Аңығыҙҙы юғалтып, һыу төбөнә китеүегеҙ ихтимал.

Эскән килеш һыуға инмәгеҙ. Яр буйында ҡалығыҙ, был бик мөһим!

Фото: МЧС РБ

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас