ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
14 Августа , 11:39

Башҡортостанда әбей менән бабай юғалған

Улар аҡ машинала сығып киткән...

Башҡортостанда әбей менән бабай юғалғанБашҡортостанда әбей менән бабай юғалған
Башҡортостанда әбей менән бабай юғалған

 “Лиза Алерт” ирекмәндәре 83 йәшлек Ринат Фәйзуллин һәм Рәшиҙә Фәйзуллинаны (Йыһангирова) эҙләүҙе иғлан итте. Билдәле булыуынса, оло йәштәге ғаилә пары аҡ Volkswagen Polo автомобилендә билдәһеҙ йүнәлештә 12 августа сығып китә.

Ринат Зәйнулла улының билдәләре: буйы 170 сантиметр, ябыҡ кәүҙәле, сал сәсле, көрән күҙле. Ул табиптарҙың ярҙамына мохтаж.

Рәшиҙә Абдулла ҡыҙының билдәләре: 150 см бейеклек, сал көрән сәсле, көрән күҙле.

Уларҙың ҡайҙалығын белгәндәрҙең 8 (800) 700-54-52 йәки 112 телефоны буйынса шылтыратыуҙарын һорайҙар.

 

Фото: "Лиза Алерт". 

Автор:«Башҡортостан» гәзите
Читайте нас