

Кисә Архангел районында питбайк менән идара иткән 17 йәшлек егеттең ғүмере өҙөлгән.
Республиканың Дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеүҙәренсә, киске сәғәт 5-тә 17 йәшлек егет питбайк менән Архангел ауылының Совет урамы буйлап хәрәкәт иткәндә “Лада Калина” автомобиле менән төкөшкән. Юл фажиғәһе һөҙөмтәһендә йәш водитель ваҡиға урынында һәләк була. Пассажир урынында булған йәштәше ауыр йәрәхәттәр ала һәм дауаханаға оҙатыла.
Фото: ГАИ РБ.