

Илеш районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Фажиғә тураһында Башҡортостан Дәүләт автоинспекцияһының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итәләр.
Юл-транспорт ваҡиғаһы иртәнге сәғәт алты тулып килгәндә М-12 «Көнсығыш» автомобиль юлының 1194-се километрында булған. Алдан алынған мәғлүмәттәр буйынса, 31 йәшлек водитель идара иткән «Тенет Т7» автомобиле «Исузу» йөк машинаһы менән төкөшкән.
Башҡортостандың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, ваҡиға урынына ҡотҡарыусылар килгән. Улар еңел автомобилдәге шоферҙы һәм пассажирҙы сығарып, ашығыс медицина ярҙамы хеҙмәткәрҙәренә тапшырған.
Юл-транспорт ваҡиғаһы һөҙөмтәһендә 20 йәшлек пассажир ҡыҙ һәләк булған, шофер дауаханаға оҙатылған.
фото:МЧС РБ