ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
5 Августа , 06:23

Таналыҡ йылғаһында ирҙең мәйете табылған

Һыуҙа һаҡ булырға саҡырабыҙ!  

Таналыҡ йылғаһында ирҙең мәйете табылғанТаналыҡ йылғаһында ирҙең мәйете табылған
Таналыҡ йылғаһында ирҙең мәйете табылған

Аҡъяр ауылы янындағы Таналыҡ йылғаһында 65 йәшлек ирҙең мәйете табылған. Әлеге ваҡытта хоҡуҡ һаҡлау органдары оператив-эҙләнеү сараларын үткәрә.

Йылғаның был участкаһы һыу инергә тәғәйенләнмәгән, шуның өсөн бында «Һыу инергә ярамай» тигән махсус иҫкәртеүсе таҡталар ҡуйылған.

Һыу ятҡылыҡтарында айырыуса иғтибарлы һәм һаҡ булыуығыҙҙы, бәхетһеҙ осраҡтарҙы булдырмау өсөн хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәүегеҙҙе һорайбыҙ. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!

 

 

фото:МЧС РБ

Таналыҡ йылғаһында ирҙең мәйете табылған
Таналыҡ йылғаһында ирҙең мәйете табылған
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас