

Благовар районында Түбәнге Ҡарғалы ауылында — ауыл мәҙәниәт йортоноң ҡыйығының бер өлөшө алып осҡан, хужалыҡ ҡаралтыларының ҡыйығы зыян күргән. Благовар ауылында — шәхси ферма ҡыйығының бер өлөшө емерелгән, боҙ-борсаҡ яуыуы һөҙөмтәһендә ферма биналары, ике транспорт сараһы, хужалыҡ ҡаралтыһы зыян күргән. Үрге Ҡарғалы ауылында боҙ-борсаҡ яуыуы шәхси йорт һәм ихата янындағы ҡаралтылар зыян күргән.
Бүздәк районында Ғафури ауылында балалар баҡсаһының һәм файҙаланылмаған ҡаҙанлыҡтың ҡыйығы, ә Комсомол ауылында — ауыл мәҙәниәт йортоноң ҡыйығы емерелгән. Шулай уҡ 19 шәхси торлаҡ йорттоң ҡыйығына зыян килгән. Урындарҙа муниципаль район хакимиәттәренең комиссиялары эшләй, зыян күләме баһалана.
Бөтә республика буйынса 20 шәхси торлаҡ йорт, 8 ихата яны ҡаралтыһы һәм 3 социаль әһәмиәтле объект зыян күргән. Эҙемтәләрҙе бөтөрөүгә 23 кеше һәм 10 берәмек техника, шул иҫәптән Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан 4 кеше һәм 2 берәмек техника йәлеп ителгән.
фото:МЧС РБ