ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Июля , 05:57

Авария арҡаһында юлға яғыулыҡ түгелгән...

   

Авария арҡаһында юлға яғыулыҡ түгелгән...Авария арҡаһында юлға яғыулыҡ түгелгән...
Авария арҡаһында юлға яғыулыҡ түгелгән...

Кисә Өфө районында М-5 федераль трассаһының 1451-се саҡрымында бер йүнәлештә китеп барған ике йөк машинаһы — Scania һәм Sitrak бәрелеште.

Авария һөҙөмтәһендә юлға нефть продукттары түгелде. Бәхеткә күрә, аварияла бер кем дә һәләк булмаған һәм зыян күрмәгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостандың ЮХХДИ-нан.

Ваҡиға урынында Дәүләт автоинспекцияһы һәм Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы хеҙмәткәрҙәре эшләй. Түгелгән нефть продукттарын йыйыу бара. Был участкала транспорт хәрәкәтенә ҡамасаулыҡ юҡ, авария сәбәптәре тикшерелә.

 

фото:Башҡортостандың ЮХХДИ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас