

Белорет районында биш кеше һәләк булған юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, Өфө-Инйәр-Белорет автомобиль юлының 194-се саҡрымында «УАЗ Патриот» һәм «Лада Ларгус» автомобилдәре бәрелешкән.
Авария һөҙөмтәһендә еңел машинаның водителе һәм дүрт пассажиры һәләк булған.
«Ларгус»тың пассажиры 15 йәшлек ҡыҙ дауаханаға оҙатылды. Шулай уҡ «УАЗ»дан пассажир ҡатынға һәм уның 3 йәшлек ҡыҙына ла медицина ярҙамы талап ителгән.
Тулыраҡ мәғлүмәттәр асыҡлана.
фото: ГАИ РБ