Ҡояшлы ғүмер көҙө
Ҡайһы саҡ ҡаланан үҙем йәшәгән ауылға эштән ҡайтҡанда туҡталышта ауылдаш таныштарымды күрһәм туҡтап, ултыртып алам. Аҡса өсөн түгел, ә ҡасандыр үҙем ошо туҡталыштан оҙаҡ йылдар эҫелә тирләп-бешеп, һыуыҡта өшөп туңып автобустың килгәнен көтөп тороуҙың нисек икәне үҙ башымдан үткәс, кемеһенәлер ярҙам итеү теләге менән юлдаштар алам. Бөгөн туҡталышта үҙебеҙҙең ауылда йшәгән таныш әбейҙе күрҙем. Туҡтап “Әйҙәгеҙ, инәй”-тип әйтеүем дә булды, бер йәтеш кенә йәшниген күтәреп, еңел генә килеп ултырҙы. Йәшниген артҡа һалып, шаулап ҡуҙғалып киттек. “Ҡыҙым, рәхмәт! Ҡайһы урамда тораһың?-тип алсаҡ ҡына итеп һөйләшә башланы.Аҡ яулыҡты йәштәр һымаҡ ҡыйып бәйләгән. Оҙон еңле ябай күлдәк, жилет кейгән. Таҙалыҡ, ябайлыҡ, яғымлылыҡ бөркөлөп торған инәй менән мин элегерәк танышҡан инем. Уның мине иҫләмәй икәнен әлеге беҙҙең аралашыуҙан аңланым. Аптырайһы түгел,ауыл ҙур, ә инәй мин йәшәгән ауылдың икенсе осонда йәшәй. Олоғайып китһә лә теремек икән әле. Мин ул ваҡытта әҙ булһа ла өҫтәлмә килем килә, тиеп , уҡыу мөмкинселектәре насарыраҡ бирелгән балалар менән түләүле дәрестәр үткәрә инем. Шул саҡта ошо инәй өйгә килгән ине. “Балам яҡшы уҡымай, уҡырға теләге лә юҡ!”-тиеп ҡаҡса ғына, тыныс ҡына, бөхтә генә кейенгән малайҙы ҡаршыма ултыртып ҡуйҙы.10 йәшлек малайын беренсегә күргәс тә: “Ейәнегеҙме?”-тиеп һораным. “Юҡ, ейәнем түгел,үҙемдең улым!”-тип яуапланы.Был апай үҙе оло ғына йәштә тиеп ,документтарын ҡарап ҡуйҙым. Бар кәрәкле алымдарҙы ҡулланып, малай менән аралашҡандан һуң инәйгә был балаға минең йүнәлеш буйынса түләүле дәрестәр кәрәкмәй икәнен аңлаттым. Бала башҡа балаларҙан аң үҫеше менән айырыла ине. Ундай балаларға айырым программа кәрәк икәнен, иң мөһиме- тәрбиәле кеше булып үҫеүе шарт икәнен ипләп кенә аңлаттым. Инәй шунан һуң ғына асылып,үҙенең ҡасандыр юғары уҡыу йортонда студенттарҙы уҡытыуын , ә был баланы балалар йортонан тәрбиәгә алыуын әйтте. Иптәштәре менән бер класта ҡала алып, әммә икенсе уҡыу линияһы буйынса белем алыуы баһаланасағын, яҡшы тәрбиә ала алһа,киләсәктә унан да шәп ул булмауы мөмкин икәненә өмөт биргәс кенә, әҙ генә һүрелеп, ҡайтып киткәндәр ине. Хәҙер ул бәләкәс малай ҡайҙа икән? Беҙҙең ауыл ҙур. Ҡала янындағы ғына урынлашҡан өйҙәребеҙ ҙур ҡапҡалар артында йәшенеп бөткән. Барыһын да күреп, белеп бөтөп булмай. Бына шундай иҫтәлектәргә төшөп, бер туҡтауһыҙ хәбәр һөйләгән инәйҙең һүҙҙәренә ентекләберәк ҡолаҡ һалдым.
“Һәр яҙ ҡыяр, помидор, борос үҫентеләре һатам. Элек бабай менән баҙарға йөрөй инек. Хәҙер бабайымдың күҙе насар күргәс уны оло юлға сығарырға ҡурҡам. Кәбеҫтәләрем, помидорҙарым гөрләп шытып сыҡты. Йыл да шулай кәсеп итәм”-тип һүҙен дауам итә әбекәйем. “Элек ҡалала йәшәнем. Йәшләй генә кейәүгә сығып ул табып, гөрләп, етеш йәшәнек. Улым өйләнмәһә лә, яныбыҙҙа ине.Тик фажиғәле үлеп ҡуйҙы. Мәскәү ҡалаһы судына тиклем барып еттем, әммә улымдың үлеменә ғәйепле кешеләр язаһыҙ ҡалды. Шулай итеп олоғайған йәшебеҙҙә улһыҙ тороп ҡалдыҡ. Эййй, йөрәгем яныуҙары!.. Барыһы ла улымды иҫләтә тиеп, ҡалалағы фатирҙы һаттыҡ да, шәхси йорт алып ауыл еренә күсеп килдек. Йорт ҙур, әммә йәме юҡ. Бабайым, тормош иптәшем менән кәңәшләштек тә йәтимдәр йортонан бала алырға хәл иттек. Беҙ хәл итеүен хәл иттек тә бит, кәрәкле социаль урында ултырғандар, һеҙҙең йәшегеҙ бармай тип кире ҡайтаралар. Шулай барыһына ныҡышып йөрөй торғас, иреттек боҙҙо, рөхсәт иттеләр- йәтимдәр йортонан бер малай алып ҡайттыҡ. Өсөнсө класта ғына уҡыған малайға олоғайған көндә йәш атай, йәш әсәй булып йәшәп киттек. Тәүҙә уҡыуы насар тип ҡайғыра инек. Аҙаҡ күндек. Улыбыҙ эшкә шәп булып үҫте. Бабайым оҫта, уңған, машина йәнле бит ул, улыбыҙ , ҡайҙа йөрөһә лә уға эйәреп, өйрәнеп үҫте. Үҙ улыбыҙға йәш ваҡытыбыҙҙа иғтибар етеңкерәмәне. Ошо кескәй балаға һалҡын аҡыл менән йөрәк баҫтыҡ. Хәҙер уны бала саҡта, үҫмер саҡта бер ҙә насар уҡыған уҡыусы тип әйтеп булмай, донъя көтөүҙә унан да шәп белгес юҡ. Шкаф ҡороп бирә, балта эштәрен белә,уны машинаның руле артына ултыртып үҫтерҙе уны бабайым, тиһәм дә артыҡ булмаҫ. Әрмелә булып ,хеҙмәт итеп, бер ҡосаҡ сәскәләр менән ҡайтып инде. Беҙҙе ултыртып ҡуйып йөҙгә ҡарап ололарса рәхмәтен әйтте. Баҡһаң, кескәй саҡта беҙҙең уны нисек итеп килеп алыуыбыҙҙы, балаларға ситтән текләп, күҙәтеп ҡарап тороуыбыҙҙы-барыһын да иҫләй икән. “Әсәй, мин һеҙ килгән саҡта, һинең күҙеңә генә туп-тура ҡарап торҙом. Күҙемде сылт итеп тә йомманым. Йомһам, һеҙ мине алмаҫ кеүек инегеҙ. Шуға теләк әйттем дә, күҙемде шар асып һеҙгә ҡараным.Мине бит башҡалар алмай ине. Ә һеҙ мине алдығыҙ,атай, әсәй!”, -тип ҙур серен асты. “Балаҡай ғынам, ул ғынамды. Нисә йыл шуны әйтмәгән!”,- тиеп әле лә шул саҡтағы бәләкәс кенә, ҡаҡса ғына малайҙы яңғыҙ сағымда йәлләп алам. Әрменән хеҙмәт итеп ҡайтҡас заводҡа эшкә урынлашты.Ҡалала эш ваҡытында беҙҙән айырым йәшәй. Ял көндәрендә улыбыҙҙы көтөп алабыҙ.”-тип хәбәрсән әбей бер туҡтауһыҙ һөйләй. Һүҙҙәренең ҡайһы бер өлөшөн кинәнеп , яратып, тәмләп, икешәр мәртәбә әйтеп ебәрә. Оло инәйҙе йортона тиклем алып барып, йәшниктәрен төшөрөп бирҙем. Ул да булмай өй соланынан ҡарты килеп сыҡты. Ҡуйы ҡара ҡашлы, әммә йөҙө көлөп кенә торған,һәлмәк кенә, яй ғына баҫып йөрөгән мыҡты, мыйыҡлы бабай ул. Улар бер-береһенә шул тиклем пар килгәндәр. Аҡсаһын алмағас, үҫентеләремде улайһа бирәм, тиеп ,инәй һәләтләп йәшник тапты. Бабай йәшниккә яйлап бер үҫенте һалғансы, башындағы төшөп барған яулығын рәтләп, хәбәрен дә теткән әбейе бишәүҙе йүгереп килеп йәшниккә һалып өлгөрә. Береһе өтөк, береһе яй. Улар мине әллә ҡасан белгән яҡындары шикелле: “Көҙ беҙгә кил, ҡыҙым, беҙ һиңә тағы бик шәп ҡурай еләге бирәбеҙ!”, -тиеп ҡул болғап оҙатып тороп ҡалдылар. Инәйҙең ихласлығынан, улар ғаиләһенең ололарса ,һәүетем генә бәхетлелегенән үҙемә рәхәт булып китте. Тимәк, улар ваҡытында тормошта дөрөҫ йүнәлеш алып,кәрәкле һүҙҙәрҙе ишетә белгәндәр. Малай дөрөҫ тәрбиә алған. Йәтимдәр йортонан алынған ҡаҡса ғына малай, ғаиләлә ,кескәй үҫентеләй дөрөҫ һут алып үҫкән. Әбей менән бабай, кешелекле, хеҙмәт һөйгән бала итеп тәрбиәләп үҫтереп, бар ауырлыҡтарҙы еңеп,үҙҙәренең ғүмер көҙҙәренә ҡояш нурҙарын индергәндәр.Уларҙың әкиәттәге һымаҡ ысын тормоштары өсөн ихлас күңелдән шат инем.
Зимфира Ҡасҡынова