ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
18 Июня , 15:37

Ҡот осҡос юл фажиғәһендә 3 кешенең ғүмере өҙөлгән

Тиҙ ярҙам машинаһы водителе ауыр хәлдә медицина учреждениеһына оҙатылған

Ҡот осҡос юл фажиғәһендә 3 кешенең ғүмере өҙөлгәнҠот осҡос юл фажиғәһендә 3 кешенең ғүмере өҙөлгән
Ҡот осҡос юл фажиғәһендә 3 кешенең ғүмере өҙөлгән

Бөгөн киске сәғәт етеләр тирәһендә Кропачёво — Мәсәғүт — Әшит автомобиль юлының 80-се саҡрымында «Газель» маркалы ашығыс медицина ярҙамы автомобиленең 41 йәшлек водителе, әлеге мәлдә билдәһеҙ булған сәбәп менән, алда хәрәкәт итеү йүнәлешендә светофорҙың ҡыҙыл утына туҡтап торған «Лада Веста» һәм «Мерседес» йөк машинаһына барып төкөгән. Был хаҡта Башҡортостан ЮХХДИ-һы хәбәр итә.

Авария һөҙөмтәһендә ике медицина хеҙмәткәре һәм 20 йәшлек ҡыҙ һәләк булған. Махсус транспорт водителе ауыр хәлдә медицина учреждениеһына оҙатылған.

Ваҡиға Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министры контролендә тора. Һәләк булған медиктарҙың ғаиләләренә ярҙам күрһәтеләсәк. Аварияның сәбәптәрен компетентлы органдар асыҡлаясаҡ.  Ваҡиғаның сәбәптәрен ЮХХДИ һәм прокуратура белгестәре асыҡлай.

 

фото:Башҡортостан ЮХХДИ-һы

Ҡот осҡос юл фажиғәһендә 3 кешенең ғүмере өҙөлгән
Ҡот осҡос юл фажиғәһендә 3 кешенең ғүмере өҙөлгән
Ҡот осҡос юл фажиғәһендә 3 кешенең ғүмере өҙөлгән
Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас