ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Июнь , 15:52

Йәш егеттәр әрәм булды

Фажиғәлә ике кешенең ғүмере өҙөлгән, тағы береһе дауаханаға оҙатылған

Йәш егеттәр әрәм булдыЙәш егеттәр әрәм булды
Йәш егеттәр әрәм булды

Башҡортостандың Дәүләт автоинспекцияһы мәғлүмәттәре буйынса, бөгөн төнгө сәғәт 2-лә Стәрлетамаҡтың Хоҙайбирҙин урамында «ВАЗ-2109» рулендәге водитель 21 йәшлек водитель идара иткән «Рено Эспейс» автомобиле менән бәрелешкән.

Юл фажиғәһендә «ВАЗ»дың 18 йәшлек водителе һәм уның 17 йәшлек пассажиры үлемесле йәрәхәттәр алған. Ошо еңел машинала ултырған 16 йәшлек үҫмер ашығыс ярҙам бригадаһы менән ҡала дауаханаһына оҙатылған. «Рено» водителе иҫән-һау.

Әле дәүләт автоинспекцияһы ваҡиға сәбәптәрен асыҡлай.

 

 

ФОТО: БАШҠОРТОСТАНДЫҢ ДӘҮЛӘТ АВТОИНСПЕКЦИЯҺЫ | МАХ
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас