

Өфө ҡалаһы ЮХХДИ-һының яҡынса мәғлүмәттәре буйынса, 16 июндә көндөҙ «Лада Гранта» автомобиле менән идара иткәндә 19 йәшлек егет юл ситендә урынлашҡан металл ҡоролмаға төкөй. Артабан машина түңкәрелә.
Аварияла 19 йәшлек пассажир ҡыҙ төрлө тән йәрәхәттәре менән медицина учреждениеһына оҙатыла.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре был хәлде тикшереү эшен башланы.
ФОТО: ГАИ УФЫ