ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
17 Июнь , 16:01

Ҡатын баҡсаһында Салауат Юлаев заманындағы туп йәҙрәһен тапҡан..

   

Ҡатын баҡсаһында Салауат Юлаев заманындағы  туп йәҙрәһен тапҡан..Ҡатын баҡсаһында Салауат Юлаев заманындағы  туп йәҙрәһен тапҡан..
Ҡатын баҡсаһында Салауат Юлаев заманындағы туп йәҙрәһен тапҡан..

Өфөлә йәшәүсе Надежда Оленева үҙенең баҡсаһында боронғо артиллерия снарядын тапҡан. Ер ҡаҙып йөрөгәндә ул туп йәҙрәһенә юлыҡҡан. Уның үлсәме – 7,5 сантиметр.

Ул табылдыҡты республиканың Милли музейына тапшырған. Ғалимдар әйтеүенсә, был йәҙрәгә 300 йыл тирәһе. Ул Пугачев ихтилалынан һуң, Өфө ҡамауҙа булған ваҡыттан тороп ҡалғандыр, моғайын. Артефакт экспозицияла үҙ урынын аласаҡ, тип хәбәр иттеләр музейҙан.

Башҡортостандың Милли музейы | ВК
ФОТО: БАШҠОРТОСТАНДЫҢ МИЛЛИ МУЗЕЙЫ 
Автор:«Башинформ» мәғлүмәт агентлығы
Читайте нас