ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
16 Июня , 15:09

Аферистарға 8 миллион күсергән

19 йәшлек студент мутлашыусыларҙың тоҙағына эләккән  

Аферистарға 8 миллион күсергәнАферистарға 8 миллион күсергән
Аферистарға 8 миллион күсергән

Нефтекама ҡалаһында мутлашыу факты буйынса енәйәт эше буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылған. Йәш егет курьерҙарға ҙур сумма аҡса тапшырған.

Барыһы ла егеттең өләсәһенә билдәһеҙ кешенән шылтыратыуҙан башлана. Ул үҙен хәрби комиссариат хеҙмәткәре тип таныштыра. Хәрби хәрәкәттәр зонаһында һәләк булған улы өсөн награда тапшырыу һылтауы менән, оло йәштәге ҡатындан СНИЛС номерҙарын әйтеп биреүен һорай. Шунан ҡатынға шәхси мәғлүмәттәрен алдаҡсыларға тапшырғаны тураһында хәбәр килә.

Ялған хәбәр булыуын һиҙмәгән егет күрһәтелгән номерға шылтырата. Үҙҙәрен хоҡуҡ һаҡлау органдары хеҙмәткәрҙәре тип таныштырған аферистар уны дошман дәүләтен финанслауҙа ғәйепләп, енәйәт яуаплылығы менән ҡурҡыта. Улар егеттең атаһы - МХО-ла һәләк булған яугир өсөн туғандарына түләнгән аҡсалар тураһында белеп, унан өләсәһенән, ҡартатаһынан һәм апаһынан аҡса алдыртып, курьерға тапшырырға күндерә.

Аҡсаны тапшырғандан һуң да шылтыратыуҙар туҡтамай. Егетте үҙенең дә атаһы өсөн түләүҙәр, әсәһенең дә йыйып килгән аҡсалары бар икәнен әйтергә мәжбүр итәләр. Был аҡсаларҙы ла ул курьерға тапшыра. Дөйөм зыян 8 миллион һум тәшкил итә. Полиция енәйәтселәрҙең шәхестәрен асыҡлау һәм уларҙы яуаплылыҡҡа тарттырыу өсөн тикшереүен дауам итә.

 

 

фото:Азамат Абдрахманов.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас