

Бишбүләк районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде.
Бөгөн иртәнсәк Приютово-Бишбүләк автомобиль юлының 28-се саҡрымында 19 йәшлек водитель «Лада Калина» менән идара иткәндә, юл ситенә төшөп китеп түңкәрелә.
Авария һөҙөмтәһендә еңел автомобиль водителе ашығыс медицина ярҙамы килгәнсе үк урында һәләк була, ә уның пассажиры - 16 йәшлек ҡыҙ төрлө тән йәрәхәттәре менән дауаханаға оҙатыла. Асыҡлануынса, егеттең водитель таныҡлығы булмаған.
Әлеге ваҡытта Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре был хәлде тикшерә, ваҡиғаның барлыҡ шарттары һәм сәбәптәре асыҡлана.