

Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, төндә Мөҙәрис ауылында Юбилей урамында янғын сығыуы тураһында ашығыс хеҙмәттәргә хәбәр килгән.
Урынға Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының һәм башҡа ашығыс хеҙмәттәрҙең көстәре һәм средстволары йүнәлтелеп, утты һүндергәндәр. Ҡыҙғанысҡа күрә, янғын һүндереү барышында ҡатын-ҡыҙҙың үле кәүҙәһе табылған.
Урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй, ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы