

Кисә кис Шишмә районында Осоргин-Енғалыш автомобиль юлында фажиғәле авария теркәлгән.
14 йәшлек үҫмер питбайк менән идара итә һәм шул уҡ йүнәлештә хәрәкәт иткән «Лада Гранта» автомобиле менән бәрелешә. Алынған йәрәхәттәрҙән малай шунда уҡ вафат була. Автомобиль водителе айыҡ булыуы билдәле.
Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, питбайкты ата-әсәһе былтыр тыуған көнөнә улына бүләк иткән. Һигеҙенсе класс уҡыусыһы уны дачала булғанда файҙаланған.
Ваҡиға факты буйынса тикшереү башланды, уның барышында ваҡиғаның сәбәптәре һәм шарттары асыҡланасаҡ, тип хәбәр итә Башҡортостан автоинспекцияһынан.Тикшереүҙе республика прокуратураһы ла алып бара.