

Өфөнөң Дим районында, «Ҡояшлы Дим» баҡсасылыҡ ширҡәте янындағы күлдә, 48 йәшлек ирҙең мәйете табылған.
Уны водолаздар ярҙамында сығарып, полицияға тапшырғандар. Фажиғәнең сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана.
Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы иҫкәртә:
❗ Йыһазландырылмаған урындарҙа һыуға инмәгеҙ;
❗ Иҫерек килеш һыу төшмәгеҙ;
❗ Балаларығыҙҙы һыу буйында ҡарауһыҙ ҡалдырмағыҙ;
❗ Һыу ятҡылыҡтары ял иткәндә хәүефһеҙлек сараларын үтәгеҙ.
фото:МЧС РБ