ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
27 Мая , 06:51

Еңел тормош һәм ҙур аҡса вәғәҙә итеүселәргә ышанып...

5,2 миллион аҡсаһын юғалтҡан

Еңел тормош һәм ҙур аҡса вәғәҙә итеүселәргә ышанып...Еңел тормош һәм ҙур аҡса вәғәҙә итеүселәргә ышанып...
Еңел тормош һәм ҙур аҡса вәғәҙә итеүселәргә ышанып...

Салауат ҡалаһында 39 йәшлек ир "инвестиция брокерҙары" булып ҡыланған мутлашыусыларҙың ҡорбаны булған. Еңел байырға теләп, ир өс ай буйына енәйәтселәрҙең күрһәтмәләрен үтәгән һәм һөҙөмтәлә 5,2 миллион һумдан ашыу аҡсаһын юғалтҡан.

Башҡортостан Республикаһы Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, барыһы ла социаль селтәрҙәрҙең береһендә «онлайн-эш» тураһындағы реклама менән башланған. Ир күрһәтелгән һылтанма буйынса инеп, ялған брокерҙар менән аралаша башлаған. Ышаныс тыуҙырыу өсөн мутлашыусылар уға тәүге минималь иғәнәһенән (8 мең һум) һуң бәләкәй генә табышын алырға рөхсәт иткән. Схема «эшләй» башлағас, зыян күреүсе ҙур аҡса һалырға була.

«Инвестиция иҫәбен» тулыландырыу өсөн ир үҙенең шәхси аҡсаһын ғына түгел, кредит та алған, шулай уҡ дуҫтарынан һәм туғандарынан ҙур суммала аҡсаны үтескә алып торған. Ул «эшләп алған» аҡсаларын алырға теләгәс, мутлашыусылар уның иҫәбен «блоктан сисеү» өсөн 1,5 миллион һум күләмендә өҫтәмә түләү индереүҙе талап иткән. Зыян күреүсе был аҡсаны иптәшенән алып түләгән. Аҙаҡ ул тағы ла 700 мең һум аҡсаны (ҡатынының кредитҡа алған аҡсаһын) алып, уларҙы ла енәйәтселәргә күсерә.

Аҡсаны алыу өсөн енәйәтселәр тағы ла 1,5 миллион һум талап иткәс кенә, ир үҙенең алданғанын аңлап, полицияға мөрәжәғәт иткән.

 

 

фото:Азамат Абдрафиҡов

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас