

Ҡалтасы районында үлемесле юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән.
Башҡортостан ЮХХДИ идаралығы хәбәр итеүенсә, Краснохолмский — Нефтекамск автомобиль юлының 18-се саҡрымында 20 йәшлек водитель «Эндуро Кросс» питбайкы менән идара иткәндә юл ситенә төшөп китә һәм түңкәрелә.
Һөҙөмтәлә 18 йәшлек пассажир фажиғә урынында уҡ һәләк була, ә водитель төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре авария шарттарын асыҡлай.