

Силәбе өлкәһе Мейәс ҡала суды лицензияһы булмаған иргә законһыҙ медицина хеҙмәттәре күрһәткән өсөн ике йылға иркенән сикләү тураһында хөкөм ҡарары сығарҙы.
2025 йылдың ғинуарында биле ауыртыуҙан яфаланған ҡатын бер фатирға мануаль терапия сеансына килгән. «Белгес» пациенттың умыртҡа һөйәгенә йоҙроғо менән бер нисә тапҡыр һуҡҡан,был умыртҡа һөйәгенең муйын бүлегенең һыныуына килтергән.
Иргә шулай уҡ массаж яһау менән шөғөлләнеүҙе тыйғандар һәм унан имгәнгән ҡатындың файҙаһына 500 мең һумдан ашыу компенсация түләттергәндәр.