

Иглин районында Иглин-Красный Восход автомобиль юлының 25-се километрында, водитель таныҡлығы булмаған 22 йәшлек ир иҫерек килеш «СЕАЗ» автомобиле менән идара иткәндә юл ситенә төшөп китә һәм түңкәрелә.
Фажиғә һөҙөмтәһендә 13 йәшлек пассажир - водителдең ҡустыһы, алған йәрәхәттәренән ваҡиға урынында вафат була.
Водителдең медицина тикшереүе 0,912 мг/л күрһәтә.
Әлеге ваҡытта авария урынында полицияның тәфтиш-оператив төркөмө эшләй. Ваҡиға сәбәптәре асыҡлана.
фото:ГАИ РБ