ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
20 Мая , 16:26

Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалған...

Бәхеткә күрә, балалар зыян күрмәгән, ә уларҙың атаһы ауыр хәлдә...

Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалған...Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалған...
Күп балалы ғаилә йортһоҙ ҡалған...

Янғын Кушнаренко районының Солтанай ауылында сыҡҡан, тип хәбәр иттеләр төбәктең Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан. Күп балалы ғаилә йәшәгән верандалы бүрәнә йорт яна.

Янғын һүндерелә, әммә 59 йәшлек йорт хужаһы ныҡ зыян күрә. Ирҙең тәне һәм тын юлдары бешкән, уны Өфө дауаханаһына оҙатҡандар. Балалар зыян күрмәгән.

Янғындың сәбәбен Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы тәфтишсеһе тикшерә.

 

фото:МЧС по РБ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас