

Башҡортостандың Кушнаренко районы Әхмәт ауылында шәхси йортта янғын сыҡҡан. Ут өйҙө һәм кәртәне ялмап алған.
Янғын һүндереүселәр уттың таралыуын туҡтата һәм янғынды тулыһынса һүндерә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, емереклектәрҙе тикшергәндә ҡотҡарыусылар 1938 йылғы ҡатындың һәм уның 53 йәшлек улының үле кәүҙәләрен тапҡан.
Фажиғә сәбәптәрен асыҡлау өсөн тикшереү бара.
фото:МЧС по РБ