ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
14 Мая , 16:43

Урмансы нисек һәләк булған?

Күрше районда бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән

Урмансы нисек һәләк булған?Урмансы нисек һәләк булған?
Урмансы нисек һәләк булған?

Баймаҡ районында урманда бәхетһеҙ осраҡ теркәлгән.  Аҡас ҡырҡыу ваҡытында ҡайын ҡолауы һөҙөмтәһендә «Баймаҡ урман хужалығы»ның 56 йәшлек хеҙмәткәре һәләк була.

Фажиғә 2025 йылдың 3 сентябрендә Баймаҡ районының Сибай участка урмансылығы биләмәһендә санитар урман ҡырҡыу ваҡытында була. Бер мәл бригада ағзалары урмансыны күҙҙән юғалта, ир уларҙан йөҙ метр алыҫлыҡта ағас ҡырҡырға бара.

Бер мәл улар иптәшенең бысҡыһы бушҡа эшләгәнен ишетә. Урынға килеп еткәс, хеҙмәттәштәре иҫһеҙ ятҡан ирҙе ҡырҡылған ағас янында таба. Баш осонда ҡан күренә. Зыян күреүсене ҡотҡарып булмаған, ашығыс ярҙам бригадаһы хеҙмәткәрҙең үлемен раҫлай.

Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы тикшереүҙәре барышында, ҡырҡылған ҡайындың ҡолауы арҡаһында үлемесле йәрәхәт алған урмансы был эште башҡарырға тейеш түгеллеге асыҡлана: ағас ҡырҡыу уның вазифаһы бурыстарына инмәй.

«Бынан тыш, ул хәүефһеҙ ысулдар һәм эш башҡарыу алымдары буйынса өйрәтелмәгән, эш урынында хеҙмәтте һаҡлау буйынса инструктаж үтмәгән. Һәм бәхетһеҙ осраҡтың тағы бер сәбәбе — эштәрҙе ҡәнәғәтләнерлек итеп ойоштормау, атап әйткәндә, уларҙы башҡарыу барышын контролдә тотмау, хеҙмәткәрҙең иҫерек килеш ағастарҙы ҡырҡыуға инеүе (һәләк булған кешенең ҡанында 1,15 г/л күләмендә этил спирты табылған)», — тип аңлатты Башҡортостандағы дәүләт хеҙмәт инспекцияһы етәксеһе урынбаҫары Оксана Ванскова.

Тикшереү материалдары тәфтиш органдарына тапшырыла.

 

Фото:Башинформ.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас