ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
14 Мая , 04:24

16 миллион һум аҡсаһын алдаҡсыларға биргән

Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: хоҡуҡ һаҡлау органдары телефон буйынса енәйәт эшенә тарттырмай һәм курьерҙарға  аҡса тапшырыуҙы һорамай.

Яңауыл районының Асауҙыбаш ауылында йәшәгән 41 йәшлек ҡатынға пенсия фондынан “вәкил” һәләк булған иренең миҙалын алыу мәсьәләһе буйынса  шылтыратҡан булып, уның  паспорт мәғлүмәттәрен һорап ала. Аҙаҡ “Дәүләт хеҙмәттәре”ндә аккаунтты ватыу тураһында шылтыратыу ала. Ҡатынды енәйәт эше асыу менән ҡурҡыталар.

5 майҙа ҡатын фатир һатып алыу һылтауы менән Яңауылда  туғыҙ миллион һум аҡсаһын банктан алып курьерға тапшыра. Икенсе көн Нефтекамала йорт төҙөү һылтауы менән йәнә ете миллион һум аҡсаһын ала һәм тағы алдаҡсыларға тапшыра. Өҫтәүенә уғрылар ҡатынға яҡындарынан бурысҡа аҡса алырға  кәңәш итә, тик туған кешеһе был аҙымды туҡтата. Шулай итеп, ирен һуғышта юғалтҡан тол ҡатын социаль түләүҙәрҙән дә ҡолаҡ ҡаға.

Эске эштәр министрлығы иҫкәртә: хоҡуҡ һаҡлау органдары телефон буйынса енәйәт эшенә тарттырмай һәм курьерҙарға  аҡса тапшырыуҙы һорамай. “Дәүләт хеҙмәттәре” аккаунтын ватыу  тураһында хәбәр килһә, Күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итергә кәрәк.

Олег Яровиков фотоһы.

Автор:Дина Арсланова
Автор:
Читайте нас