ХӘЛ-ВАҠИҒАЛАР
12 Мая , 15:00

Инспекторҙан ҡасам тип ҡойоға батҡан

Балалары өсөн ата-әсәләр яуаплы

Инспекторҙан ҡасам тип ҡойоға батҡанИнспекторҙан ҡасам тип ҡойоға батҡан
Инспекторҙан ҡасам тип ҡойоға батҡан

Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәре «Мототехника» иҫкәртеү сараһы сиктәрендә Сибайҙа Горький урамы буйлап кросс мотоциклында йөрөгән бәлиғ булмаған водителдең туҡтауын һораған. Ләкин үҫмер киреһенсә тиҙлеген арттырған, әммә тиҙҙән юл ситенән сығып канауҙағы һыуға төшкән.

Водитель таныҡлығы булмаған 15 йәшлек уҡыусы руль артына ултырыуы асыҡланған. Мототранспорт махсус туҡталҡаға ҡуйыла.

Уҡыусының ата-әсәһенә процессуаль документтар әҙерләү өсөн ваҡиға урынына бәлиғ булмағандар эштәре буйынса бүлек хеҙмәткәре саҡырылған.

Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы иҫкә төшөрә: праваһыҙ транспорт менән идара итеү ҡәтғи тыйыла, ә бәлиғ булмағандарҙың именлеге өсөн уларҙың ата-әсәләре яуаплы.

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас