

Бөгөн төшкә табан Ира—Магнитогорск трассаһының 143-сө километрында фажиғә була. «Лада Хрей» автомобиленең 43 йәшлек водителе ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм «УАЗ» менән төкөшә.
Еңел автомобилдең 43 йәшлек пассажиры шунда уҡ вафат була. Аварияла тағы дүрт кеше зыян күрә, уларҙы төрлө йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙаталар.
Авария буйынса тикшереү бара.
фото:Башҡортостан дәүләт автоинспекцияһы