

Кисә Башҡортостандың Дыуан районында ҡурҡыныс фажиғә булған – бәләкәй баланы үле килеш тапҡандар. Мәғлүмәтте Башҡортостан буйынса Тәфтиш комитетында раҫланылар.
11 майҙа кис сабый әсәһе, башҡа өлкәндәр һәм балалар менән бергә урманда булғанлығы билдәле. Бер мәл сабый ҡарауһыҙ ҡала һәм юғала. Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бала йылға ярына барып етеп, һыуға ҡолаған.
"Ойошторолған эҙләнеүҙәр барышында баланың кәүҙәһе йылғала тәүге юғалыу урынынан ете километр алыҫлыҡта табылған”, – тип асыҡлыҡ индерҙеләр Тәфтиш Комитетында.
Әле суд экспертизалары тәғәйенләнгән, ата-әсәләр һәм башҡа шаһиттарҙан һорау алына. Енәйәт эшен тикшереү республиканың тәфтиш идаралығы етәкселеге контролендә.
Сығанаҡ һәм фото: "Башинформ"