

Благовещенда Ағиҙел йылғаһында фажиғә булған.
Өс ир-егет ултырған моторлы кәмә түңкәрелгән. Түңкәрелеүҙән һуң икеһе ярға сыға, ә өсөнсөһө үҙаллы сыға алмай. Уны эҙләргә ҡотҡарыусылар юллана. Ваҡыт үтеү менән һыуҙа 41 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһе табылған, тип хәбәр итә Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәте. Ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.