

Оло йәштәге ир «Лада Нива» менән идара иткәндә ҡаршы һыҙатҡа сыға һәм унда КамАЗ менән бәрелешә. Авария Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылында булған, тип хәбәр итә Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы.
Йөк машинаһына төкөгәндән һуң «Лада Нива» тракторға бәрелә. 73 йәшлек водитель урында уҡ вафат була, уның пассажиры - 70 йәшлек ҡатын йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла.
Ваҡиғаның сәбәптәре һәм шарттары асыҡлана.
фото:Башҡортостандың дәүләт автоинспекцияһы