

7 майҙа республикала ике янғында өс кешенең ғүмере өҙөлгән, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Беренсе фажиғә кисен Дүртөйлө районының Өсбүлә ауылында теркәлгән. Шаһиттар ҡотҡарыу хеҙмәтенә Йәштәр урамында мунса яныуы тураһында хәбәр иткән. Урынға килгән янғын һүндереүселәр һәм урындағы ирекле команда 18 квадрат метр майҙанда асыҡ янғынды һүндергән. Емереклектәрҙе тикшергәндә ике ирҙең үле кәүҙәһе табыла. Һәләк булғандарҙың шәхестәре асыҡлана.
Икенсе янғын төндә Бөрө районында булған. Питяков ауылында Йылға аръяғы урамында керамзит блогынан төҙөлгән бина яна. Янғын һүндереүселәр Һәм Силантьевка ауыл советының ирекле янғын һүндереүселәр командаһы утты һүндерә. Янғын һүндергәндән һуң йортта ҡатындың үле кәүҙәһе табыла.
Тәфтишселәр янғын сәбәптәрен тикшерә. Урында тәфтиш-оператив төркөмдәр эшләй.
фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы