Йәш уҡытыусы 1,5 миллион һум аҡсаһын юғалтҡан...

Билдәһеҙ егет уның менән яҡыныраҡ танышырға теләк белдерә һәм...

Йәш уҡытыусы 1,5 миллион һум аҡсаһын юғалтҡан...Йәш уҡытыусы 1,5 миллион һум аҡсаһын юғалтҡан...
Йәш уҡытыусы 1,5 миллион һум аҡсаһын юғалтҡан...

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан йәш ҡатын мутлашыу схемаһының ҡорбаны булған. 25 йәшлек уҡытыусы йәнәһе инвестиция майҙансығында аҡса эшләйем тип, 1,5 миллион һумын юғалта.

Полиция бүлегенән һөйләүҙәренсә,  иң башта билдәһеҙ кешенан ошолай хәбәр килә: «Таныныңмы? Мин танышыу чатынан». Үҙ бәләһенә күрә, ҡыҙ уның менән аралаша башлай һәм икенсе көндө үк яңы танышы уңышлы ябылған килешеү тураһында шатлығы менән уртаҡлаша һәм әңгәмәсеһен инвестициялар тураһында уйларға этәрә башлай. Ҡыҙ ризалашҡас, эстафетаны «белгес» ала, ул яйлап зыян күреүсене ҙурыраҡ суммаларға әйләндерә, ялған «инвестиция майҙансығында» яҡшы табыш күрһәтә. Әммә бер ваҡыт ҡыҙ аҡсаһын кире ҡайтарыуҙы һорағас, аңлашылмаған ҡатмарлыҡтар тыуа, ә «брокер» үҙен тупаҫ тота башлай. Тик шул саҡта ғына ҡатын нимә булғанын аңлай һәм полицияға юллана.

 

 

фото:Башинформ

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас