Серәкәйҙән ҡурсалаған селтәргә ышанмағыҙ

Әсәһе сабыйын ҡарауһыҙ ҡалдырғанда фажиғә теркәлгән

Серәкәйҙән ҡурсалаған селтәргә ышанмағыҙСерәкәйҙән ҡурсалаған селтәргә ышанмағыҙ
Серәкәйҙән ҡурсалаған селтәргә ышанмағыҙ

Нефтекама ҡалаһының полиция бүлегенән хәбәр итеүҙәренсә, әсәһе бер минутҡа иғтибарын ситкә йүнәлткәндә, малайы тәҙрә төбөнә менеп, серәкәйҙән ҡурсалаған селтәргә таянып, 4-се ҡаттан ҡолап төшә.

Хәҙер сабый үҙәк ҡала дауаханаһының реанимация бүлегендә ауыр хәлдә ята.

Ведомство мәғлүмәттәре буйынса, быйыл Нефтекамала бейеклектән ҡолауҙың 2 осрағы теркәлгән. Ә 2025 йылда 3 осраҡ, шуларҙың береһе үлем менән тамамлана.

 

фото:Башинформ

 

 

Автор:Раян Атанбаев
Читайте нас