

Ейәнсура районының Яңы Павловка ауылында газ шартлауы һөҙөмтәһендә ике фатирлы йорт емерелгән.
Фажиғәлә һәләк булыусылар һәм зыян күреүселәр юҡ, тип хәбәр иттеләр Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығында. Кирбес йортта көнкүреш газы шартлауы һөҙөмтәһендә ике фатирҙың да ҡыйығы һәм стеналары емерелеп төшә. Урында ғәҙәттән тыш хеҙмәттәр эшләй, ваҡиға сәбәбе асыҡлана.

Фото:Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы