

Башҡортостан автоинспекцияһының яҡынса мәғлүмәттәренә ярашлы, М-5 «Урал» автомобиль юлының 1467-се саҡрымында «Скания» йөк машинаһы, тәгәрмәсе тишелеп юл ситендә туҡтаған «Донкфенк» йөк машинаһы менән бәрелешә.
Фажиғә алдынан унда шулай уҡ «Вольво» йөк машинаһы туҡтай, уның водителе «Донкфенк» йөк машинаһының водителенә тәгәрмәсен алмаштырырға ярҙам итергә булған.
Үкенесекә күрә, авария һөҙөмтәһендә ҙур йөк машиналары янында торған «Вольво» водителе һәләк була.
Юл-транспорт ваҡиғаһы буйынса тикшереү дауам итә.
фото:Башҡортостан автоинспекцияһы